+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
10 Август 2023, 04:00

Ауыл биләмәләре өсөн мөһим мәсьәләләр ҡаралды

9 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Әлшәй, Бәләбәй, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Миәкә һәм Стәрлебаш райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары менән кәңәшмә үткәрҙе.

Ауыл биләмәләре өсөн мөһим мәсьәләләр ҡаралдыАуыл биләмәләре өсөн мөһим мәсьәләләр ҡаралды
Ауыл биләмәләре өсөн мөһим мәсьәләләр ҡаралды

9 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Әлшәй, Бәләбәй, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Миәкә һәм Стәрлебаш райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары менән кәңәшмә үткәрҙе.

Унда биләмәләрҙе социаль-иҡтисади үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралды. Урындағы етәкселәр алдында сығыш яһап, Радий Хәбиров, республика мөһим инфраструктура проекттарҙы һәм социаль программаларҙы тормошҡа ашырыуҙы дауам итәсәк, тип белдерҙе.

Мәғариф өлкәһендә мәктәп биналарын модернизациялау буйынса президент программаһына ярашлы, быйыл Башҡортостанда 77 мәктәп ремонтлана. Федераль ярҙам иҫәбенә 250 бәләкәй һәм урта класлы автобус алырға планлаштырыла. Улар район автотранспорт предприятиеларына ебәреләсәк.

Семинарҙа ҡатнашыусылар министрлыҡ һәм ведомство эксперттары менән ауыл биләмәләрен үҫтереүҙең көнүҙәк темаларын тикшерҙе. Улар ауылдарҙы төҙөкләндереүгә, транспорт һәм юл хужалығы, йәштәр сәйәсәте һәм спорт, халыҡ менән һөҙөмтәле эш итеү мәсьәләләренә ҡағылды.

Автор:
Читайте нас