+30 °С
Облачно


Йәштәр сәйәсәте өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсында коммерцияға ҡарамаған 20 ойошма еңде.
Улар араһынан ете ойошма тәүге тапҡыр фондтан грант ярҙамы ала.
2023 йылда конкурс бюджеты 30 миллион һум тәшкил итте. Бер проектҡа максималь субсидия ике миллион һумдан артмай. Еңеүселәр исемлеге менән грантыглавы102.рф рәсми сайтында танышырға мөмкин.
Проекттарҙы тормошҡа ашырыу 2023 йылдың 1 октябренән башлана.