+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
8 Август 2023, 04:00

Ураҡтың яңы ҡыҙған мәле

Республиканың ауыл хужалығы эшсәндәре ужым һәм иртә өлгөргән яҙғы культураларҙы урып-һуға.

Ураҡтың яңы ҡыҙған мәлеУраҡтың яңы ҡыҙған мәле
Ураҡтың яңы ҡыҙған мәле

Республиканың ауыл хужалығы эшсәндәре ужым һәм иртә өлгөргән яҙғы культураларҙы урып-һуға.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, быйыл аграрийҙарға 1,464 миллион гектар майҙанда ураҡ эштәрен атҡарып сығыу бурысы тора. Был аҙнала 304 мең гектарҙан ашыу майҙанда ужым культураларын урып-йыйыуҙы тамамлана. Әле 18 процент иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар урып-йыйылған, 280 мең гектарҙа һуғылған. 700 мең тоннанан ашыуы келәттәргә һалынған. Гектар ҡеүәте 23,3 центнер тәшкил итә.

Автор:
Читайте нас