

Кисә, 7 августа, Башҡортостанда эш сәфәре менән Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко булды. Ул Бөтә Рәсәй медицина-санитария ярҙамы мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу барышында Федераль Һаулыҡ һаҡлау министрлығының төбәк менән үҙ-ара хеҙмәт бәйләнеше, шулай уҡ тармаҡ программаларын һәм проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләрен ҡаралды.
Михаил Мурашко төбәк етәкселегенең медицина өлкәһен үҫтереү буйынса һөҙөмтәле эшен билдәләп үтте. Башҡортостанда ғүмер оҙонлоғоноң күтәрелеүе, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология ауырыуҙарынан үлем осраҡтарының кәмеүе күҙәтелә, тине ул.
– Республика күп йүнәлештәр буйынса бай тәжрибә туплаған, шуға күрә Бөтә Рәсәй кәңәшмәһен үткәреү өсөн Өфө ҡалаһын һайлауыбыҙ осраҡлы түгел, - тип белдерҙе министр.
Артабан Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Башҡорт дәүләт медицина университетында булды. Михаил Мурашко һәм Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы һәм уларҙың фиҙакәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.
Конференцияла федераль Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе һәм төбәк башлығы сит ил студенттары менән осрашты һәм уларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.
Артабан Михаил Мурашко һәм Радий Хәбиров университет биләмәһен ҡараны. Вуз ректоры Валентин Павлов университет корпустарын һәм ятаҡты реконструкциялау тураһында һөйләне.
Ҡунаҡтар БДМУ базаһында тормошҡа ашырылған яңы проекттар һәм белем биреү технологиялары менән танышты. Улар иҫәбендә – “Һанлы кафедра” һәм Фундаменталь медицина институты.