+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
8 Август 2023, 07:29

Мәктәп туҡланыуына – етди контроль

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына яңы уҡыу йылы алдынан мәктәп туҡланыуын ойоштороуға контролде көсәйтергә ҡушты.

Мәктәп туҡланыуына – етди контрольМәктәп туҡланыуына – етди контроль
Мәктәп туҡланыуына – етди контроль

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына яңы уҡыу йылы алдынан мәктәп туҡланыуын ойоштороуға контролде көсәйтергә ҡушты.

"Мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойоштороу менән шөғөлләнгән операторҙарыбыҙға талаптар ҡаты булырға тейеш. 1 сентябргә тиклем тағы бер тапҡыр мониторинг үткәрегеҙ, контроль идаралығын йәлеп итә алаһығыҙ”, – тине ул. Радий Хәбиров уҡыусыларға һалҡын аш, ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан ризыҡтар биреү өсөн яуап ҡаты буласағын билдәләне. Ул мәктәп ашханаларында республикабыҙҙа етештерелгән аҙыҡ-түлекте файҙаланыу мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас