+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
8 Август 2023, 07:23

Өфөлә табиптар тыумыштан аномалия менән донъяға килгән балаға ярҙам иткән

Өфө ҡалаһының 17-се балалар дауаханаһы табиптары тыумыштан аномалия менән донъяға килгән балаға ярҙамға килә. Улар операция менән бәләкәскә уңайһыҙлыҡтар тыуҙырған һәм  атларға ныҡ ҡамасаулаған алтынсы бармағын алып ташлай.

Өфөлә табиптар тыумыштан аномалия менән донъяға килгән балаға ярҙам иткәнӨфөлә табиптар тыумыштан аномалия менән донъяға килгән балаға ярҙам иткән
Өфөлә табиптар тыумыштан аномалия менән донъяға килгән балаға ярҙам иткән

Өфө ҡалаһының 17-се балалар дауаханаһы табиптары тыумыштан аномалия менән донъяға килгән балаға ярҙамға килә. Улар операция менән бәләкәскә уңайһыҙлыҡтар тыуҙырған һәм  атларға ныҡ ҡамасаулаған алтынсы бармағын алып ташлай. Ҡыҙ бала полидактилия менән яфаланған. Мәғлүм булыуынса,  был сир – тыумыштан килгән һәм, ҡағиҙә булараҡ, нәҫелдән күскән кәмселек, ул ҡулдарҙа йәки аяҡтарҙа өҫтәмә бармаҡ рәүешендә үҫешә. Сир эстетик проблемалар ғына түгел, ә ғәҙәти көндәлек ғәмәлдәрҙе лә ҡатмарлаштыра. Хирургтар һәм белгестәр баланың үҙенең туҡымаларын ҡулланып, артропластика яһай, тиреһен һәм аяҡ тарамыштарын күсереп ултырта. Төп бармаҡ металл конструкцияһы ярҙамында тейешле һәм уңайлы итеп нығытыла. Операция уңышлы үтә һәм хәҙер бала уңайһыҙлыҡтарһыҙ тулы тормош алып бара ала.

Сығанаҡ: Башҡортостан Һаулыҡ Һаҡлау министрлығының социаль селтәре.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас