

Иртән Иглин районының Аҡбирҙе ауылында аяныслы хәл булған. Ҡартатаһы менән өләсәһендә ял иткән сабыйҙар гаражда уйнап йөрөгән. Ҡайһылыр мәлдә өлкәне «Toyota RAV4» автомобилен ҡабыҙған һәм ҡуҙғалып киткән. Юлында торған ике йәшлек ҡустыһын ҡапҡаға ҡуша ҡыҫҡан. Сабыйҙың башы һәм күкрәк ситлеге ҡыҫылған.
«Әлеге ваҡытта бәләкәй пациент менән реаниматологтар, нейрохирургтар, травматологтар, хирургтар, яңаҡ-йөҙ хирургтарынан торған мультидисциплиналы бригада шөғөлләнә. Балаға бөтә кәрәкле тикшеренеүҙәр үткәрелгән. Малайҙың хәле бик ауыр тип баһалана. Бала реанимация бүлегенә оҙатылған, табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә», — тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.