

Рәсәй Армияһының Үҙәк Йорто “Катюша-юниор 2023” йәш таланттар фестиваленең 9-сы асыҡ конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә.
“Катюша-юниор 2023” бәйгеһендә 6 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Конкурста 6-9, 10-12, 13-16 йәшкә тиклемге өс категорияла шәхси башҡарыусылар, шулай уҡ ансамблдәр һәм ижади коллективтар ҡатнаша.
Фестиваль-конкурстың һайлап алыу туры һәм финалы 7-10 ноябрҙә Рәсәй Армияһының Үҙәк Йортонда ҙур байрам менән тамамланасаҡ.
Беренсе этап ситтән тороп үткәрелә. Ҡатнашыусыларҙың электрон ғаризалары 2023 йылдың 15 октябренә тиклем cdra@mil.ru электрон адресы буйынса ҡабул ителә.