+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
4 Августа 2023, 07:37

«Ауыл уҡытыусыһы» программаһының өс еңеүсеһе билдәләнде

Башҡортостанда «Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» төбәк проекты сиктәрендә бойомға ашырылған «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы еңеүселәре билдәләнде. 

«Ауыл уҡытыусыһы» программаһының өс еңеүсеһе билдәләнде«Ауыл уҡытыусыһы» программаһының өс еңеүсеһе билдәләнде
«Ауыл уҡытыусыһы» программаһының өс еңеүсеһе билдәләнде

Башҡортостанда «Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» төбәк проекты сиктәрендә бойомға ашырылған «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы еңеүселәре билдәләнде. Республика Мәғариф министрлығының матбуғат секретары Лина Сарбаева хәбәр итеүенсә, быйыл өс уҡытыусы еңеүсе тип танылған, улар район һәм бәләкәй ҡалаларҙың белем биреү ойошмаларына эшкә урынлашырға теләк белдергән.

Башланғыс кластар уҡытыусыһы – Баҡалы районы үҙәгенең 1-се мәктәбенә, математика уҡытыусыһы – Бәләбәй районы Максим Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводының Үҙәк усадьбаһы ауылы мәктәбенә, тағы ла бер башланғыс кластар уҡытыусыһы Бөрө ҡалаһының 9-сы мәктәбенә эшкә төшә.

«Ауыл уҡытыусыһы» программаһы республикала 2020 йылдан бирле эшләй. Дүрт йыл эсендә 150 уҡытыусы 1 миллион һум аҡса алған. 2024 йылда, программаның һуңғы йылында, ике уҡытыусыға берәр миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләнәсәк.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас