+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
4 Август 2023, 10:24

Ҡарман буйында аҡҡоштар 11 бәпкә сығарған

Ҡоштар яҙ һайын Энергетик ауылындағы һыу ятҡылығына ҡайта. Быйыл улар 11 бәпкә сығарған.

Ҡарман буйында аҡҡоштар 11 бәпкә сығарғанҠарман буйында аҡҡоштар 11 бәпкә сығарған
Ҡарман буйында аҡҡоштар 11 бәпкә сығарған

Нефтекамала Ҡарман һыуһаҡлағысында йөҙөп йөрөгән аҡҡоштарҙы видеоға төшөрөп алғандар. Уның видеоһын ҡала мэры Эльдар Вәлидов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһенә һалған.

Билдәле булыуынса, ҡоштар яҙ һайын Энергетик ауылындағы һыу ятҡылығына ҡайта. Быйыл улар 11 бәпкә сығарған. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, ҡоштар кешеләргә өйрәнеп бөткән, ҡурҡмай, һыйланырға ярата.

Әйткәндәй, аҡҡоштар Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Улар таҙа һыулы йылға-күлдәргә генә төшә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-04/na-karmanovskom-vodohranilische-bashkirii-zasnyali-semyu-lebedey-s-podrosshimi-ptentsami-3372874

 
Автор:
Читайте нас