

10 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына депутаттар һайлау була.
Әле кандидаттарҙы теркәү тамамланған.
2023 йылдың 2 авгусына ҡарата Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа бер мандатлы округтар буйынса 234 кандидат теркәлгән.
Шулай уҡ сәйәси партияларҙың республика исемлектәрен теркәү ҙә тамамланған.
1 авгусҡа ҡарата берҙәм округ (Башҡортостан Республикаһы) буйынса һайлау исемлегенә дөйөм һаны 627 кандидат булған биш сәйәси партия ингән:
"Берҙәм Рәсәй" - 164 кеше,
ЛДПР – 113 кеше,
“Яңы кешеләр” – 152 кеше;
“ҒӘҘЕЛ РӘСӘЙ – ПАТРИОТТАР - ХӘҠИҠӘТ ӨСӨН” - 105 кеше;
КПРФ – 93 кеше.