+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
2 Август 2023, 04:00

Республиканың инвалидтар ойошмаһына – 5 йыл

Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһы ойошмаһына 5 йыл тулды.

Республиканың инвалидтар ойошмаһына – 5 йылРеспубликаның инвалидтар ойошмаһына – 5 йыл
Республиканың инвалидтар ойошмаһына – 5 йыл

Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһы ойошмаһына 5 йыл тулды.

Юбилей датаһы уңайынан тантаналы сара 1 августа “Торатау” конгресс-холында үтте. Байрам ҡунаҡтарын Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты соцаль яҡлау министры Ленара Иванова, Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының бүлек начальнигы Ирек Иманғәлин, Рәсәйҙең инвалидтар спорт союзы президенты Флүр Нурлығаянов,  Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһы ойошмаһы рәйесе Олег Ротов тәбрикләне.

Ойошманың вәкәләтлектәре бөгөн республиканың 57 ҡала һәм районында бар, уның составына 19 000 кеше инә. Йыл һайын инвалидлығы булған кешеләр берләшмәһе спорттың бер нисә төрө буйынса республика спартакиадаһы, турслеттар, ижади фестивалдәр, интеллектуаль уйындар, уҡытыу семинарҙары, әүҙем тормошҡа ылыҡтырыу форумдары үткәрә.

Шулай уҡ бөгөн, 2 августа, ойошманың юбилейы айҡанлы 31 июлдә башланған “Быуындар тәжрибәһе” форумы үҙ эшен дауам итә. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранттар фонды ярҙамында уҙғарыла.

Республиканың инвалидтар ойошмаһына – 5 йыл
Республиканың инвалидтар ойошмаһына – 5 йыл
Республиканың инвалидтар ойошмаһына – 5 йыл
Республиканың инвалидтар ойошмаһына – 5 йыл
Республиканың инвалидтар ойошмаһына – 5 йыл
Автор:
Читайте нас