+30 °С
Болотло


1 августа Башҡортостанда тағы бензинға хаҡтар артты.
«Башнефть» автозаправкалау станцияларында яғыулыҡҡа хаҡ, маркаһына ҡарап, 20 һәм 50 тингә артҡан. АИ-100 маркалы бензиндың бер литры – 61,15 һум, АИ-95 – 51,15 һум, АИ-92 47,95 һум тора. «Лукойл» яғыулыҡ ҡойоу станцияларында ла автомобиль яғыулығына хаҡ күтәрелгән.
Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы быны әлеге яғыулыҡ төрөнә биржа хаҡтарының артыуы менән аңлата.