

Башҡортостанда II «Иң яҡшы йорт. Иң яҡшы ихата» Бөтә Рәсәй конкурсы башланды.
«Башинформ»ға билдәле булыуынса, конкурс «Грамоталы ҡулланыусы мәктәбе» һәм «Ҡала мөхите» федераль партия проекттары ярҙамында «Күп фатирлы йортта йәшәүселәр» партия проектын ғәмәлгә ашырыу барышында уҙғарыла.
Уны ойоштороусылар — Рәсәй Федерацияһының Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, «Территорияларҙы үҫтереү фонды компанияһы һәм «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ Контроль» торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә милли йәмәғәт контроле үҙәге» коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ.