

Кисә, 31 июлдә, Өфөлә «Беҙ бергә. Спорт» сурдлимпиясыларҙың беренсе халыҡ-ара йәйге уйындары ябылды.
Ул 24 июлдә старт алғайны. Спорт сараһында 30 илдән 1,5 меңгә яҡын спортсы ҡатнашты. Ярыштар программаһына бадминтон, баскетбол, боулинг, маунтинбайк, волейбол, ирекле һәм грек-рим көрәше, гандбол, дзюдо, карате, еңел атлетика, өҫтәл теннисы, йөҙөү, атыу, самбо, теннис, тхэквондо, футбол – йәмғеһе бәйгеләрҙең 21 төрө инде.
Рәсәй, Беларусь, Ҡаҙахстан һәм Үзбәкстан командалары иң ҙур составлы булды. Башҡортостандан 36 спортсы ҡатнашты һәм улар 15 – алтын, 5 – көмөш, 5 бронза миҙалы яуланы.
Уйындарҙы тантаналы ябыу церемонияһы Рима Баталова исемендәге Республика спорт әҙерлеге үҙәге майҙанында үтте.