+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
1 Август 2023, 10:13

Сәхнәлә - "Килен"

Мәжит Ғафури  исемендәге башҡорт академия драма театры 104-се ижад миҙгелен «Килен» мелодрамаһының премьераһы менән асырға йыйына. Йәш яҙыусы Заһиҙә Мусинаның “Килен” повесы буйынса ҡуйыласаҡ мелодрама жанрындағы яңы постановка өҫтөндә режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов эшләй.

Сәхнәлә - "Килен"Сәхнәлә - "Килен"
Сәхнәлә - "Килен"

Премьера 4-5 октябргә билдәләнгән. Спектаклдең рәссамы Алина Нуриманова, хореографы Сулпан Асҡарова, композиторы Шәүрә Сәғитова. Тамашала  Башҡортостандың халыҡ артистары Сара Буранбаева, Эльвира Юнысова, Гүзәл Маликова, Гөлфиә Рафиҡова, Ирек Булатов, актерҙар Лилиә Ғәлина, Лилиә Сәғитова, Айым Сөләймәнова, Айһылыу Йомағолова, Морат Рафиҡов, Айҙар Шәмсетдинов, Айнур Ғәбитов ҡатнаша.

Яңы спектаклдә һәр заманда ла актуаль булған - мөхәббәт, ғаилә, ҡәйнә менән килен араһындағы мөнәсәбәт темалары күтәрелә. Ябай ҡатын-ҡыҙ бәхете тураһында хыялланған йәш ҡыҙҙың һынауҙар аша үткән тормош юлы һүрәтләнә.  

Йәш автор Заһиҙә Мусинаның  “Килен” повесы июль айында  Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә айырым китап булып донъя күрҙе.

Сәхнәлә - "Килен"
Сәхнәлә - "Килен"
Автор:
Читайте нас