

Иртәгә, 2 августа, Һауа десанты ғәскәрҙәре көнөнә арналған республика саралары үтә.
Байрам 10.00 сәғәттә Өфөнөң Еңеү паркында "Десантсылар быуыны союзы" һәйкәленә сәскә һалыу менән башлана. Шулай уҡ сәскәләр һалыу Затон биҫтәһендәге "Тулҡын" паркында "Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Башҡортостан десантсыларына" һәйкәлендә лә була.
Программала ҡаралған төп саралар Шишмә районында, Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге "Патриот" хәрби-патриотик паркында, ойошторола. 11.00 сәғәттә унда муниципаль берәмектәр командалары өсөн "Геройҙар уҙышы" экстремаль ярыш башлана.
Артабан республиканың сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында концерт программаһы, спорт майҙансыҡтары (волейбол, баскетбол, ГТО) эшләй башлай. Интерактив майҙансыҡтар сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре һәм күргәҙмә экспозициялары ойошторола.
Төштән һуң махсус тәғәйенләнештәге һәм Һауа десанты ғәскәрҙәре ветерандарының күрһәтмә сығыштары, шулай уҡ "Первушин" пилотаж төркөмөнөң авиашоуы һәм "Контингент" төркөмөнөң концерты ҡаралған.