

Үткән ял көндәрендә Волга буйы федераль округҡа ҡараған төбәктәргә көслө ғәрәсәт ябырылды. Рәсәй Ғәҙәттән тыш министрығынан хәбәр итеүҙәренсә, тәбиғи афәт ун кешенең ғүмерен ҡыйған.
Мари Элдә күл буйында ял итеүселәрҙән һигеҙ кеше, шул иҫәптән өс бала һәләк булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында беҙҙең яҡташтарыбыҙ, Стәрлебаш районында тыуып үҫкән 32 йәшлек Гөлнара һәм уның ике йәшлек һәм ике айлыҡ балалары ла бар. Ҡатындың ире ауыр хәлдә Волжск ҡалаһы дауаханаһына оҙатылған.
Гөлнара Өфөләге Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, Татарстан Фәндәр академияһының халыҡтар ижады бүлегендә эшләгән
Шаһиттар белдереүенсә, көн тыныс торған. Ҡапыл күтәрелгән көслө дауыл, палаткаларҙы туҙҙырып, ағастарҙы ауҙарған. Кешеләр палаткаларға йәшенгән һәм уларҙың өҫтөнә ағастар ауған.
Балалары менән фажиғәле мәрхүм булған яҡташыбыҙҙы тыуған Стәрлебаш районында ерләйҙәр. Әле район хакимиәте башлығы социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең битенә, сығымдарҙы ҡаплар өсөн, спонср ярҙамы күрһәтеүҙе һорап яҙған. Аҡса күсереү өсөн: Рима Фаритовна Я. (мәрхүмәнең әсәһе) исеменә 4276 0600 1429 2828 Сбербанк картаһы реквизиты күрһәтелгән.
Яҡташыбыҙҙың туғандарының, яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: социаль селтәрҙән.