+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
31 Июль 2023, 03:55

Конкурсҡа һуңлап ҡалмағыҙ

Иртәгә, 1 августа, Икенсе Бөтә Рәсәй «Геройҙар дәүере» композиторҙар һәм йырға һүҙҙәр яҙыусы шағирҙар араһында ойошторолған конкурсҡа заявкалар ҡабул итеү тамамлана.  

Конкурсҡа һуңлап ҡалмағыҙКонкурсҡа һуңлап ҡалмағыҙ
Конкурсҡа һуңлап ҡалмағыҙ

Иртәгә, 1 августа, Икенсе Бөтә Рәсәй «Геройҙар дәүере» композиторҙар һәм йырға һүҙҙәр яҙыусы шағирҙар араһында ойошторолған конкурсҡа заявкалар ҡабул итеү тамамлана.  

Конкурсты Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы булышлығы менән "Башҡортостан Республикаһының мәҙәни программалар дирекцияһы" автономиялы коммерцияға ҡарамаған мәҙәниәт ойошмаһы ойоштора.

Проект патриотик темаға яңы авторҙар һәм йырҙар эҙләүгә, йәш быуында художестволы зауыҡты үҫтереүгә, рухи мәҙәниәтте, гражданлыҡ өлгөргәнлеген, лидерлыҡты һәм рухи-әхлаҡи сифаттарҙы тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Сара авторҙарға ла, башҡарыусыларға ла үҙ ижадын киң йәмәғәтселеккә, автор йыры һәм шиғриәт өлкәһендәге абруйлы эшмәкәрҙәргә күрһәтеү мөмкинлеген бирә.

Гран-при өсөн 300 000 һум ҡаралған. “Автор йыры” номинацияһында еңеүселәр – 150 000, 100 000 һәм 50 000 һум, ә “Һүҙҙәр авторы”  һәм “Композитор” номинацияларында еңеүселәр 100 000, 70 000 һәм 30 000 һум ала.

Проектта бөтә Рәсәйҙән башҡарыусылар ҡатнаша, йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Ҡатнашыу бушлай. Конкурста өс номинация ҡаралған, еңеүселәргә лауреат дипломы тапшырыла.

Ярыш өс этапта үткәрелә.

Конкурста ҡатнашыр өсөн документтарҙы konkursufa@bk.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

Һайлап алыу этабы һөҙөмтәһе 7 августа "Башҡортостан Республикаһының мәҙәни программалар дирекцияһы" ойошмаһының  «ВКонтакте» төркөмөндә баҫыла.

Автор:
Читайте нас