

Республиканың төп телеканалында алып барыусыларға кастинг башлана. Унда 22 йәштән 50 йәшкә тиклем һәр кем ҡатнаша ала, тип хәбәр итәләр каналдың матбуғат хеҙмәтенән.
Кастингта ҡатнашыу өсөн 2023 йылдың 4 авгусына ҡәҙәр bash.news сайтындағы анкетаны тултырып ебәрергә кәрәк. Һайлап алыу турын үткәндән һуң, Башҡортостандың төп телеканалына кастингҡа саҡыралар. Рус йәки башҡорт телдәрендәге анкеталар ҡарала.
Кастингта ҡатнашыусыларҙың сығышын баһалауҙың төп критерийҙары – алып барыусы сифатында эшләү оҫталығы, телмәр мәҙәниәте, тышҡы ҡиәфәт, таныш булмаған текст менән эшләй белеү. Ҡатнашыусы анкетаһын һылтанма буйынса тултырырға мөмкин.
Сығанаҡ: "Башинформ".