

Кисә, “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарының өсөнсө көнөндә, миҙалдар алты майҙансыҡта уйнатылды.
Баскетбол буйынса ярыштарҙа ир-егеттәр араһында Рәсәйҙең йыйылма командаһы Иордания командаһын 107:47 иҫәбе менән еңде. Ә Белоруссия спортсылары Үзбәкстан вәкилдәрен отто: иҫәп - 92:25. Ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы турнирҙа Рәсәй командаһы беларустарҙан 81:39 нисбәте менән өҫтөнөрәк булды.
Төрлө дистанцияларға йөҙөү буйынса 9 комплект миҙал уйнатылды. Рәсәй спортсылары йәмғеһе 17 миҙал яулап алды.
Ярыштар шулай уҡ теннис, боулинг, волейбол һәм гандбол, атыу буйынса булды. Был майҙансыҡтарҙа ла Рәсәй спортсылары һынатманы.