+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
27 Июль 2023, 03:25

Яңы министр тәғәйенләнде

25 июлдә Ридаль Сәйетовтың Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры бурыстарын башҡарыусы вазифаһынан китеүе тураһында яҙғайны киң мәғлүмәт саралары.

Яңы министр тәғәйенләндеЯңы министр тәғәйенләнде
Яңы министр тәғәйенләнде

25 июлдә Ридаль Сәйетовтың Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры бурыстарын башҡарыусы вазифаһынан китеүе тураһында яҙғайны киң мәғлүмәт саралары.

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уның урынына ведомство министры урынбаҫары Виталий Сидоркинды тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Виталий Сидоркинға 55 йәш, ул «Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе» игән маҡтаулы исемгә эйә. Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары вазифаһын быйыл апрель айында биләгәйне. Быға тиклем «Башгипробиосинтез» проект институтының төҙөлөш бүлегендә, Төмән быраулау эштәре идаралығында, «Башнефтезаводстрой» акционерҙар йәмғиәтенең 4-се төҙөлөш идаралығында, СУ-10 төркөмө компанияларында, «Башкортостаннефтезаводстрой» йәмғиәтендә баш инженер урынбаҫары булып эшләгән.

Автор:
Читайте нас