+30 °С
Болотло


«Уҡыусының сәләмәт туҡланыуы» Бөтә Рәсәй акцияһының «Лидер булырға ваҡыт» конкурсының федераль этабы һөҙөмтәләре билдәле булды. Жюри эше йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың дүрт уҡыусыһы еңеүселәр иҫәбенә инде. Улар бүләккә «Артек»ҡа юллама аласаҡ, тип хәбәр иттеләр Мәғариф министрлығынан.
Ведомствола белдереүҙәренсә, республикабыҙҙың өлкән класс уҡыусылары икенсе йыл инде ошо акцияла әүҙем ҡатнаша. 2023 йылда 21 иң яҡшы эш «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгендә тематик сменаға путевка өсөн алыу хоҡуғына конкурстың федераль этабына йүнәлтелде.
Сығанаҡ: «Башинформ».