

22-25 августа Бөрйән районында Волга буйы федераль округының IV «Йәштәр йыйыны - 2023» форумы үтә.
Республиканың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, әле сараны ойоштороусылар ирекмәндәр йыялар.
Һайлап алыу шарттарына ярашлы, 18 йәше тулған һәр кем ирекмән була ала. Төп критерий — «Добро.РФ» берҙәм мәғлүмәт системаһында ирекмәндәр сәғәте һаны һәм әңгәмәләшеү һөҙөмтәләре.
Форум барышында эшен сифатлы башҡарған кандидаттар «Другое дело» платформаһында рәхмәт хаттары, сувенирҙар һәм балдар, шулай уҡ «Бөтә донъя йәштәр фестивале - 2024» волонтерҙар корпусына инеү өсөн тәҡдимдәр алырға мөмкин.
2023 йылдың 13 авгусына хәтлем теркәлергә кәрәк. Сара палаткалы лагерь форматында ойошторола.