+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
26 Июль 2023, 03:40

Халыҡ-ара олимпиадала алтын миҙал алған

Швейцарияның Цюрих ҡалаһында үткән  55-се халыҡ-ара химия олимпиадаһында Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Өфөләге Республика инженер лицейының Х класс уҡыусыһы Вадим Харисов алтын миҙал яуланы.

Халыҡ-ара олимпиадала алтын миҙал алғанХалыҡ-ара олимпиадала алтын миҙал алған
Халыҡ-ара олимпиадала алтын миҙал алған

Швейцарияның Цюрих ҡалаһында үткән  55-се халыҡ-ара химия олимпиадаһында Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Өфөләге Республика инженер лицейының Х класс уҡыусыһы Вадим Харисов алтын миҙал яуланы.

Вадим Харисов быйыл Ҡаҙағстанда үткән 57-се Менделеев олимпиадаһында ла "алтын" яулаған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында уны юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң республика хөкүмәтенә эшкә саҡырырға әҙер булыуын билдәләне.

«Беҙҙең командаға шундай башлы егеттәр кәрәк. Вадим республика инженер лицей-интернатында уҡый. Әйткәндәй, быйыл майҙа ул Ҡаҙағстанда химия буйынса Менделеев олимпиадаһында еңеү яулағайны. Ә хәҙер яңы еңеү - ниндәй бит әле! Вадим Харисовты, уның остазын, химия буйынса баш тренер Айнур Ғүмәровты ошондай  юғары һөҙөмтәгә өлгәшеүҙәре менән ҡотлайым. Беҙҙең, Башҡортостан, Рәсәй мәктәбе - ысынлап та донъяла иң көслөләрҙең береһе. Ә беҙҙең йәштәр — иң һәләтлеһе. Быға бер ваҡытта ла шигем булманы», —  тип яҙҙы республика етәксеһе.

Цюрихта уҙған 55-се халыҡ-ара химия олимпиадаһында донъяның 90 иле вәкилдәре ҡатнашҡан. Рәсәйҙең йыйылма командаһы бөтәһе өс алтын һәм бер көмөш миҙалға лайыҡ булған.

Автор:
Читайте нас