+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
26 Июль 2023, 07:55

Башҡортостан парашютсылары Бөтә Рәсәй ярыштарында беренсе урын яуланы

Парашютсылар Рәсәй ДОСААФ-ы Йошкар-Ола авиация-спорт клубының осоу яланында ярышты. Ярыш Рәсәй Геройы подполковник Марк Николаевич Евтюхиндың иҫтәлегенә һәм Псков десантсыларының 6-сы ротаһы батырлығына арналды.

Башҡортостан парашютсылары Бөтә Рәсәй ярыштарында беренсе урын яуланыБашҡортостан парашютсылары Бөтә Рәсәй ярыштарында беренсе урын яуланы
Башҡортостан парашютсылары Бөтә Рәсәй ярыштарында беренсе урын яуланы

Башҡортостандың парашютсылар командаһы Йошкар-Ола ҡалаһында Бөтә Рәсәй ярыштарында беренсе урынды яуланы. Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, спортсыларҙың ярышы Марий Элдың баш ҡалаһында 21-23 июлдә уҙҙы.

Парашютсылар Рәсәй ДОСААФ-ы Йошкар-Ола авиация-спорт клубының осоу яланында ярышты. Ярыш Рәсәй Геройы подполковник Марк Николаевич Евтюхиндың иҫтәлегенә һәм Псков десантсыларының 6-сы ротаһы батырлығына арналды.

«Билдәләнгән урынға аныҡ төшөү» дисциплинаһында «Башҡортостан-1» командаһы ағзалары Илшат Карамов, Илнур Хәлиуллин, Игорь Митюков иң яҡшылар булды. Ошо уҡ дисциплина буйынса шәхси зачетта Илнур Хәлиуллин икенсе урын алды.

Ярыштарҙа Марий Эл, Башҡортостан, Татарстан республикаларынан, Мәскәү, Свердловск, Һамар, Ульяновск, Түбәнге Новгород өлкәләренән, Краснодар крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәүҙән 26 ир-егет һәм 14 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-07-26/parashyutisty-bashkirii-zanyali-1-mesto-na-vserossiyskih-sorevnovaniyah-v-yoshkar-ole-3356703

Автор:
Читайте нас