

Рәсәйҙән «Беҙ бергә. Спорт» сурдлимпиясыларҙың халыҡ-ара йәйге уйындарында ҡатнашыусы ике йыйылма команда составында Өфөнән 23 спортсы бар. Был турала баш ҡала мэрияһында үткән оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең физик культура һәм спорт идаралығы начальнигы Егор Сорокин хәбәр итте.
Егор Сорокин әйтеүенсә, Рәсәй спортсылары «Рәсәй-1» һәм «Рәсәй-2» командаларында сығыш сығыш яһай. Беренсеһендә Өфөнән – 10, икенсеһендә – 13 спортсы. Ярыштар ойошторолған майҙансыҡтарға инеү бушлай, тип өҫтәне ул һәм ҡала халҡын, ҡунаҡтарын ярыштарҙы ҡарарға саҡырҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сурдлимпиясыларҙың йәйге уйындары 23 июлдән 2 авгусҡа тиклем барасаҡ. Кисә баш ҡаланың «Өфө-Арена» боҙ һарайында Уйындарҙы асыу тантанаһы уҙҙы.
Өфөгә Бразилия, Франция, Төркиә, Испания, АҠШ, Израиль, Кения, Филиппин, Бахрейн, Иран, Ираҡ, Вьетнам һәм башҡа илдәрҙән (йәмғеһе 30) 743 спортсы килде. Рәсәй командаһында – 495 спортсы.
Сығанаҡ: «Башинформ».