+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
25 Июля 2023, 08:54

Өфө һәм Иглин райондары алдынғы урындарҙы биләй

Башҡортостанда торлаҡты сафҡа индереү буйынса алдынғы район һәм ҡалалар билдәле булды.

Өфө һәм Иглин райондары алдынғы урындарҙы биләйӨфө һәм Иглин райондары алдынғы урындарҙы биләй
Өфө һәм Иглин райондары алдынғы урындарҙы биләй

Башҡортостан хөкүмәтендә премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә үткән кәңәшмәлә республикала торлаҡ төҙөлөшө үҫешен тикшерҙеләр, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2023 йылдың тәүге ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан торлаҡ төҙөү буйынса Рәсәйҙә — һигеҙенсе, Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй. Былтыр республика торлаҡты сафҡа индереүҙең рекордлы кимәленә еткән — 3 миллион квадрат метр. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, беренсе ярты йыллыҡта — 1 миллион 571 мең квадрат метр, был уҙған йылдағы күрһәткестәрҙән 6% тиерлек күберәк. Өфө һәм Иглин райондары торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу йәһәтенән алдынғы урындарҙа килә. 19 муниципалитет 10 мең квадрат метр планкаһын үткән. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл былтырғы күрһәткескә (3 миллион 65 мең квадрат метр) өлгәшеү фаразлана.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-07-25/stali-izvestny-munitsipalitety-lidiruyuschie-po-vvodu-zhilya-v-bashkirii-3354676

Автор:
Читайте нас