+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
25 Июль 2023, 05:29

Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәге – Рәсәйҙә иң яҡшыһы

Өфөлә урынлашҡан донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге – Рәсәйҙә иң яҡшыһы. Был хаҡта дүшәмбе оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәге – Рәсәйҙә иң яҡшыһыЕвразия ғилми-тикшеренеү үҙәге – Рәсәйҙә иң яҡшыһы
Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәге – Рәсәйҙә иң яҡшыһы

Өфөлә урынлашҡан донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге – Рәсәйҙә иң яҡшыһы. Был хаҡта дүшәмбе оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Рейтингта еңеү яулау беҙҙең республикаға ғилми-белем биреү үҙәге үҫешенә өҫтәмә рәүештә 158 миллион һум аҡса килтерҙе, тип өҫтәне ул.

«21 июлдә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко рәйеслегендә донъя кимәлендәге фәнни-белем биреү үҙәктәре советы ултырышы үтте. Совет Рәсәй ғилми-белем биреү үҙәктәренең 2022 йылдағы эшенә йомғаҡ яһаны һәм өс төркөмдәге рейтинг йомғаҡтарын иғлан итте. Беренсе, иң көслө төркөмдә, беҙ 1-се урынды алдыҡ. Хәҙер хаҡлы рәүештә Евразия ғилми-белем биреү үҙәге – донъяла иң яҡшыһы, тип әйтә алабыҙ. Барығыҙҙы ла ҡотлайым!» – тине республика етәксеһе.

Сығанаҡ: «Башинформ».

 

Автор:
Читайте нас