+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
25 Июля 2023, 05:19

Башҡортостанда 32 градус эҫе булыуы фаразлана

Ләкин июлдең икенсе ун көнлөгөндәге кеүек иң эҫе һауа торошо көтөлмәй.

Башҡортостанда 32 градус эҫе булыуы фаразланаБашҡортостанда 32 градус эҫе булыуы фаразлана
Башҡортостанда 32 градус эҫе булыуы фаразлана

Синоптиктар фаразы буйынса, Башҡортостанға эҫе көндәр әйләнеп ҡайта. Шишәмбе, 25 июлдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы +23, +28°.

Шаршамбы, 26 июлдә, республиканың ҡайһы бер райондарында йәшенле ямғырҙар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан, көндөҙ талғын. Һауа температураһы төндә +12, +17°, таулы райондарҙа +7°, көндөҙ +24, +29°.

Кесе йома, 27 июлдә, йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан, көндөҙ талғын, айырым райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12, +17°, таулы райондарҙа +7°, көндөҙ +27, +32°.

Башҡортостан был аҙнала йәнә йылы көньяҡ һауа массаһы йоғонтоһонда ҡала, тип хәбәр иткәйнеләр Башинформға Башгидрометтан. Ләкин июлдең икенсе ун көнлөгөндәге кеүек иң эҫе һауа торошо көтөлмәй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-25/v-bashkirii-prognoziruetsya-32-gradusnaya-zhara-3354183

Автор:
Читайте нас