

Октябрьский ҡалаһындағы өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн йорт-интернат хеҙмәткәрҙәре һәм унда йәшәүселәр “Беҙҙең ҡулдар йылыһы” акцияһына ҡушылды.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәр өсөн учреждениела бер нисә тапҡыр гуманитар ярҙам йыйыу ойошторолған. Мобилизацияланған яҡташтарға 250 пар ҡулдан бәйләнгән йылы ойоҡ һәм хаттар оҙатылған.
“Яҡын арала өлкәндәр йорт-интернаттарында һәм психоневрологик интернаттарҙа йәшәүселәр Луганск халыҡ республикаһы ололары өсөн йылы әйберҙәр – башлыҡтар, бейәләйҙәр, шарфтар бәйләргә планлаштыра”, - ти Республика социаль хеҙмәтләндереү стационар учреждениелар директорҙары советы рәйесе Зәлиә Баһауетдинова.