+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
21 Июль 2023, 03:30

Балаларға - Рәсәй халыҡтары уйындары

24 июлдә "Мәҙәни шәмбе. Балаларға Рәсәй халыҡтары уйындары" акцияһы старт ала.

Балаларға - Рәсәй халыҡтары уйындарыБалаларға - Рәсәй халыҡтары уйындары
Балаларға - Рәсәй халыҡтары уйындары

24 июлдә "Мәҙәни шәмбе. Балаларға Рәсәй халыҡтары уйындары" акцияһы старт ала.

Ул "Уҡыусылар өсөн мәҙәниәт" проектын ғәмәлләштереү сиктәрендә ойошторола.

24 – 30 июлдә уҡыусылар Донецк Халыҡ Республикаһы, Мордовия, Карелия, Ҡарасай-Черкес республикалары, Чукот автономия округы, Воронеж, Вологда өлкәләренең халыҡ уйындары менән таныша аласаҡ.

Акцияла ҡатнашыу өсөн, үҙең йәшәгән төбәк уйындары менән видеролик төшөрөп, "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәңә #игрыкдш хештегы менән ҡуйырға кәрәк. Эксперт комиссияһы, бөтә эштәрҙе баһалап, иң яҡшы 30 видеролик һайлап аласаҡ. Улар "Культурадляшкольников.РФ" порталында урынлаштырыла.

Автор:
Читайте нас