+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Июля 2023, 03:45

21 йәше тулған етем балалар торлаҡ сертификаты алыу мөмкинлегенә эйә

Дәүләт Думаһы икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙарҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың торлаҡ һатып алыу йәки ипотека кредитын ҡаплау өсөн түләүгә хоҡуғы тураһында закон ҡабул итте.

21 йәше тулған етем балалар торлаҡ сертификаты алыу мөмкинлегенә эйә21 йәше тулған етем балалар торлаҡ сертификаты алыу мөмкинлегенә эйә
21 йәше тулған етем балалар торлаҡ сертификаты алыу мөмкинлегенә эйә

Дәүләт Думаһы икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙарҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың торлаҡ һатып алыу йәки ипотека кредитын ҡаплау өсөн түләүгә хоҡуғы тураһында закон ҡабул итте.

Думаның барлыҡ фракциялары депутаттары әҙерләгән төҙөтмәләргә ярашлы, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар, 21 йәше тулғас, торлаҡ сертификатын алырға мөмкин (әгәр быға тиклем ил субъекттарында ошондай нормалар ҡаралған булһа).

Шулай уҡ етем балалар — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм үҙҙәре ата-әсә булып, әсәлек капиталын торлаҡ һатып алыу өсөн файҙаланырға йыйыныусылар сертификат алыуҙа өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә.

Тәүҙә закон проектында 23 йәш тип билдәләргә тәҡдим ителгәйне.

 

Автор:
Читайте нас