+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
19 Июль 2023, 02:50

Теүәл онлайн-һүҙлек төҙөлгән

Glosbе платформаһы нигеҙендә русса-башҡортса онлайн-һүҙлеге төҙөлгән. Был ҙур эште башҡорт теле әүҙемсеһе Искәндәр Шакиров башҡарып сыҡҡан.

Теүәл онлайн-һүҙлек төҙөлгәнТеүәл онлайн-һүҙлек төҙөлгән
Теүәл онлайн-һүҙлек төҙөлгән

Glosbе платформаһы нигеҙендә русса-башҡортса онлайн-һүҙлеге төҙөлгән. Был ҙур эште башҡорт теле әүҙемсеһе Искәндәр Шакиров башҡарып сыҡҡан.

Русса-башҡортса Glosbe-һүҙлегендә хәҙер 390 мең һүҙ һәм фраза, 750 мең параллель һөйләм өлгөләре бар. Һүҙлек менән glosbe.com сайтында, шулай уҡ Android һәм iOS операцион системаларында эшләгән мобиль ҡоролмалар өсөн махсус ҡушымта ярҙамында файҙаланырға була.

«Хәҙер инде һүҙлектең тулы булыуын ышаныс менән әйтергә мөмкин, — ти автор. — Башҡортсанан йәки башҡортсаға бер ниндәй ҙә ауырлыҡһыҙ тәржемә итергә була. Шулай итеп, башҡорт теле тормошонда яңы яҡты бит асыла тип ышанам».

Искәндәр Шакиров әйтеүенсә, был проект өҫтөндә ул алты йыл эшләгән, һүҙлекте 2017 йылдың көҙөндә төҙөй башлаған. Ул төрлө йылдарҙа нәшер ителгән 200-гә яҡын башҡорт теленең һүҙлеген табып, һанлаштырған.

Автор:
Читайте нас