+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
19 Июль 2023, 03:30

Маршруттың оҙонлоғо - 70 километрҙан ашыу

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң яр буйы һыҙатын тотошлай үҙ эсенә алған велосипедта һәм йәйәү йөрөү маршрутын төҙөү барышы менән танышты.

Маршруттың оҙонлоғо - 70 километрҙан ашыуМаршруттың оҙонлоғо - 70 километрҙан ашыу
Маршруттың оҙонлоғо - 70 километрҙан ашыу

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң яр буйы һыҙатын тотошлай үҙ эсенә алған велосипедта һәм йәйәү йөрөү маршрутын төҙөү барышы менән танышты.

Проект "Өфө муйынсағы" тип атала һәм уны 2024 йылда, баш ҡаланың 450 йыллығына, ғәмәлләштереү ҡаралған.

Маршруттың дөйөм оҙонлоғо 70 километрҙан ашыу. Ул ҡаланың алты районы буйлап үткән һигеҙ участканан тора. Проекттың маҡсаты булып Өфөнөң туристик һәм рекреацион киңлектәрен берләштереү, парк инфраструктураһын үҫтереүҙе дәртләндереү һәм баш ҡала халҡы, ҡунаҡтар өсөн әүҙем ял итеү урындары булдырыу тора.

Ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев әйтеүенсә, "Өфө муйынсағы" төҙөлөшөнөң бөтә этаптары тамамланғандан һуң бында 420 меңдән ашыу кеше ял итәсәк һәм әүҙем ял менән шөғөлләнәсәк.

Автор:
Читайте нас