

Ошо көндәрҙә республика райондарында бер быуатлыҡ ғүмер байрамын билдәләгән йөҙйәшәрҙәрҙе ҡотланылар.
Хәйбулла районы Акъяр ауылынан Фәтхулла Әһлиулла улы Юламанов 1923 йылдың 15 июлендә тыуған. 1942 йылдың 5 мартында фронтҡа алына. Ҡаты алыштарҙың береһендә аяғы яралана, башына ла бомба ярсығы тейә. Оҙаҡ ҡына госпиталдә дауалана. Тыуған ауылына уға 1954 йылда ғына ҡайтырға насип була. Ошо уҡ йылда Гәүһәр Абдулла ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Улар 58 йыл бергә татыу ғүмер кисерә, биш балаға ғүмер бирә. Бөгөн ветерандың һигеҙ ейәне һәм биш бүләһе бар.
Яңауыл районы Вояды ауылынан 100 йәшлек оло юбилейын Шәмсезиғән Ғәлләметдин ҡыҙы Яҡупова 16 июлдә билдәләгән. Ул ауыр һуғыш йылдарын үтеп, биш балаға ғүмер биргән. Хәҙер уның 14 ейәне, 21 бүләһе, 3 тыуаһы бар.
Благовар районы Өйҙөрәкбаш ауылынан Миңлеҡәмәр Миңлегәрәй ҡыҙы Зәйнетдинова ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләгән. Педагогик стажы – 48 йыл. “Йөҙйәшәр юбилярҙың тормошо – үҙе бер дәүер”, - тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә район хакимиәте башлығы Марат Йосопов.
Социаль селтәрҙәрҙә Нефтекамала “Сәләмәтлек поезы”на Энергетик ауылынан йөҙйәшәр Фәрхәнә Гәрәева килеүе тураһына яҙҙылар. Ул үҙенең оҙон ғүмерле булыуын дөрөҫ туҡланыуы, саф һауала йыш йөрөүе һәм йыл һайын табиптарҙан ҡаралып тороуы менән аңлата.