+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
17 Июль 2023, 03:18

Уҡсылар Әбйәлилдә көс һынашты

Әбйәлил районында тәүге сиҙәмселәр иҫтәлегенә традицион уҡ атыу буйынса турнир үтте.

Уҡсылар Әбйәлилдә көс һынаштыУҡсылар Әбйәлилдә көс һынашты
Уҡсылар Әбйәлилдә көс һынашты

Әбйәлил районында тәүге сиҙәмселәр иҫтәлегенә традицион уҡ атыу буйынса турнир үтте.

Әбйәлил, Белорет, Учалы, Бөрйән, Баймаҡ, Салауат, Көйөргәҙе райондарынан, шулай уҡ Өфө, Магнитогорск ҡалаларынан 72 кеше ҡатнашҡан турнирҙы Урал аръяғы Йәмәғәт башланғыстары союзы һәм фермер Рәмил Юлдыбаев ойошторҙо.

Бәйге ете йәш төркөмөндә барҙы. Ир-егеттәр – 70, ҡатын-ҡыҙҙар 60 метр арауыҡҡа атып ярышты. 30, 35 метр алыҫлыҡта иһә турнирҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла үҙен һынап ҡараны.

Турнирҙың төп призы – ике башҡорт аты Бөрйән районынан Денис Юлбирҙин һәм Әлиә Ишморатова өлөшөнә төштө.  

Сарала спорттың был төрөн пропагандалаған өсөн Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы Рәйес Низаметдинов, “Ирәндек уҡсыһы” спорт клубынан уҡ атыу буйынса тренер Хөрмәт Таһиров, һыбай барған килеш һәм традицион уҡ атыуҙы үҫтереү буйынса коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма рәйесе Юлай Ғәлиуллин, “Меркор” компаниялар төркөмө генераль директоры Нур Фәтхетдинов, коллектив фермер хужалығы башлығы Рәмил Юлдыбаев Башҡортостан Хөкүмәтенең Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.

Уҡсылар Әбйәлилдә көс һынашты
Уҡсылар Әбйәлилдә көс һынашты
Уҡсылар Әбйәлилдә көс һынашты
Автор:
Читайте нас