+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
14 Июль 2023, 19:27

Кәртәләрҙе бергә еңәйек!

Башҡортостанда «Ҡаршылыҡтарҙы емереп-2023» төбәк-ара балалар ижады фестиваленең һайлап алыу этабы башланды, тип хәбәр итә республикабыҙҙың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Кәртәләрҙе бергә еңәйек!Кәртәләрҙе бергә еңәйек!
Кәртәләрҙе бергә еңәйек!

Башҡортостанда «Ҡаршылыҡтарҙы емереп-2023» төбәк-ара балалар ижады фестиваленең һайлап алыу этабы башланды, тип хәбәр итә республикабыҙҙың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Унынсы тапҡыр уҙғарылыусы был фестиваль бөтә балаларҙы, һаулығына ҡарамаҫтан, бер майҙансыҡта берләштерергә, уларҙы социалләштереүгә һәм ижади үҫтереүгә йүнәлтелгән. Фестивалдә ҡатнашыуға 3 йәштән 20 йәшкә тиклем балалар һәм балалар коллективтары (шул иҫәптән инклюзив) саҡырыла. Ғаризалар 15 сентябргә тиклем ҡабул ителә.

Ижади эштәр электрон төрҙә видеороликтар форматында «Инструменталь ижад», «Вокаль ижад», «Хореография» һәм «Оригиналь жанр» номинациялары буйынса ҡабул ителә.

Сентябрҙә компетентлы жюри Өфөнөң ҙур майҙансыҡтарының береһендә гала-концертта сығыш яһаясаҡ 10 ҡатнашыусыны һайлай.

– Бөгөн «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» фестивале – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ижади ярҙам күрһәтеү сараһы ғына түгел. 10 йыл элек башланған республика балалар ижады инклюзив фестиваленең былтыр Бөтә Рәсәй күргәҙмә-форумына әүерелеүенә бик шатмын. Ул эшлекле программаны, күргәҙмә, фестиваль һәм адаптив спортты берләштерә, инклюзиялағы иң яҡшы тәжрибәләр менән таныштырыу өсөн уникаль майҙансыҡ булып тора, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

«Ҡаршылыҡтарҙы емереп-2023» төбәк-ара балалар ижады фестиваленең һайлап алыу этабында ҡатнашыу өсөн түбәндәге һылтанма буйынса ғариза тултырырға кәрәк https://forms.yandex.ru/u/648b4f57d046882981ca9449 <https://forms.yandex.ru/u/648b4f57d046882981ca9449/ һәм ижади эште «ВКонтакте» социаль селтәрендәге фестиваль төркөмөндә номинацияларға тап килгән альбомдарға видеоформатта йөкләргә https://vk.com/festlb

Конкурстың Положениеһы менән «ВКонтакте» селтәрендәге фестиваль төркөмөндә танышырға мөмкин  https://vk.com/festlb

Фото БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.

 

 

 

Автор:
Читайте нас