

2022 йылда “Иген-тау” “Кооперативтың матди-техник базаһын үҫтереү” Федераль программаһында “Мал һуйыу модулле цехын төҙөү” проектын уңышлы яҡлай. Һәм, ниһайәт, уны уңышлы тормошҡа ашыра.
Азамат Ильясов етәкләгән хужалыҡ 100 кешене берләштерә. Инициатив төркөм 3 миллион һум самаһы грант ота һәм уға ит эшкәртеү өсөн ҡоролмалар ала. Әлеге мәлдә кооперативта һәр төрлө ит ризыҡтары етештерелә, ул районда ғына түгел, унан ситтә лә һатыуға сығарыла.
Яңы цехта итте туңдырыу камералары, күтәреү, үлсәү механизмдары бар. Цех урынлашҡан ер уңайлы, яҡын ятҡан ауылдарҙан мал килтереү өсөн ҡулайлы.
Фото: "Баймакский вестник" гәзитенән.