+30 °С
Болотло


Дәүләт Думаһы ауырлы һәм декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кредит каникулдары тураһында закон проектын ҡарай.
Башланғыс авторҙары - «Яңы кешеләр» фракцияһы вәкилдәре.
Закон проектында заемсыға - йөклөлөгө 12 аҙнанан ашыуыраҡ булған, шулай уҡ ике йәшкәсә балаһы менән декрет ялында ултырған ҡатын-ҡыҙға кредит каникулы менән файҙаланыу хоҡуғын бирергә тәҡдим ителә. Йәш әсә һәм уның тормош иптәше кредиторға кредит килешеүе шарттарын үҙгәртеүҙе һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин. Түләүҙәрҙе ваҡытлыса туҡтатып торорға йәки уларҙың күләмен кәметергә була.