

Өфөнөң «Ҡомло» пляжында 59 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән.
Ул бил тиңенән һыуға ингәс, иҫен юғалтҡан. Йылға буйында ял итеүселәр ярҙамға саҡырған. Урында дежурҙа торған ҡотҡарыусылар уны һыуҙан тартып сығарған.
Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре уға беренсе ярҙам күрһәткән, килеп еткән табиптар ҙа уны ҡотҡарырға тырышҡан. Ләкин ир иҫенә лә килмәй йән биргән. Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, яҡынса мәғлүмәт буйынса, уның ҡан тамыры өҙөлгән.
Үткән ике ял көнөндә республика йылғаларында һәм һыу ятҡылыҡтарында 9 кеше батып үлгән. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан һыуҙа ҡорбан булғандар һаны 84 кешегә еткән. Һыуҙа ете баланың ғүмере өҙөлгән.
Статистикаға ярашлы:
- һыуҙағы бәхетһеҙлек осраҡтарының күбеһе 16.00 сәғәттән 21.00 сәғәткәсә тура килә;
- батып үлгәндәрҙең 80 проценттан ашыуы һыуға инер алдынан алкоголь ҡулланған;
- һәләк булғандар барыһы ла һыу инеү өсөн яраҡлаштырылмаған урындарҙа батҡан;
- һыуҙа үҙен ҡорбан иткәндәрҙең һәр икенсеһенең бәлиғ булмаған балалары ҡалды.
Фажиғәләргә юл ҡуймаҫ өсөн таныш түгел һәм тыйылған урындарҙа һыу инмәҫкә кәрәк. Уларҙа көслө ағымдар, өйөрөлтмәләр, ағас ботаҡтары, батҡыл урындар, һалҡын инештәр булыуы ихтимал.
Алкоголь ҡулланғандан һуң йәки яңғыҙы һыу инмәгеҙ, ярҙан йыраҡ китмәгеҙ, йылға йәки һыу ятҡылығын аша йөҙөп сығырға ынтылмағыҙ. Һыу инеү өсөн махсус йыһазландырылған пляждарҙы ғына һайлағыҙ!