

Һуңғы осорҙа республикабыҙҙа популярлашып барған яңы сара – “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” йыйыны ошо көндәрҙә Ейәнсура районы Үрге Бикбирҙе ауылында ла үтте.
Уттай ҡыҙыу йәй көндәрендә донъя мәшәҡәттәренән бер аҙға ғына арынып, яҡынса йөҙҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ йыйылды. Ҡайтыусылар Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ине. Байрамдар күп хәҙер, әммә бөгөнгө ише рухи аҙыҡ бирә торғандары йыш осрамай – йәшлек эҙҙәренән үтеп, бала саҡта һыу ингән, көтөү көткән, мәктәпкә йөрөгән, туй һәм никахын билдәләгән һуҡмаҡтарын барланы ауылым ҡыҙҙары. Үрге Бикбирҙенең Башҡортостанға күпме ҡыҙ үҫтереп биреүен бөгөн аныҡ әйтеп булмай, сөнки быуындар күсәгилешлегендә герой әсәләр бихисап булған, бер аҙ ғына, тарих биттәрен асҡылап күҙ ташлау, бәлки, төҫмөр бирер быға.
Үрге Бикбирҙе ауылы 1795 йылда Кесе Һүрәм йылғаһы буйында барлыҡҡа килгән. Уның ағас мәсете, һыу тирмәне һәм башҡаһы булыуы халыҡтың заманында хәлле йәшәүен раҫлай. Илебеҙ тарихында ҡабатланып торған яуҙарҙа йөҙҙәрсә ир-егет башын һалған, егерме беренсе йылғы аслыҡ кеүек афәттәрҙә халҡы аяуһыҙ ҡырылған. Мәҫәлән, М.Түләбаевтың “Йәнтөйәктең хәтер хазинаһы” ер-һыу атамалары тупланған яҙмаһында ошондай факттар теркәлгән: “1816 йылда үткәрелгән 7-се ревизияла 23 хужалыҡта – 109, 1834 йылда – 375, 1850 йылда 500 (!) кеше булған, 1921 йылғы йотта 79 йорттан 37-һе генә тороп ҡалған, 1939 йылда - 308, 1980 йылда 236 кеше йәшәгән”. 500 кеше йәшәгән ауылдан күпме ҡыҙ, сит-ят тарафтарға кейәүгә сығып, ғаиләһендә йәнә күпме ҡыҙҙар-егеттәрҙе Ватаныбыҙға үҫтереп биреүе мәңгелек сер. Әйтергә кәрәк, ауыл халҡы борондан мал, баҡса көсө менән йәшәгән, күмәк хужалыҡта тир түккән, данлыҡлы дебет шәлдәр бәйләп, Ырымбур яҡтарына һатыу итеү хужабикәләрҙең төп кәсебе булған. Ауылға яҡын Имәнҡарауыл, Оҙонҡырлау, Кәзәтау, Түмәләс тауҙары, Яусапҡан, Кешеҡырылған яландары, Кесе Һүрәм, Азаҡлы, Килдек, Ҡараяҙ, Ҡонопбөткән, Ҡарһаҡлы, Арҡырыйылға, Олойылға, Соңғорло йылғалары, Мөһөрәкәй шишмәһе, Яфай ятағы, Ҡырымбикә йәйләүе, Сәфәр утары, Әким баҡсаһы, Кәли юлы һәм тәбиғәт ҡомартҡылары үҙенсәлекле легендаға эйә. Заман елдәре менән, ауылда халыҡ кәмеү сәбәпле, һөтсөлөк фермаһы юҡҡа сыҡҡан, башланғыс мәктәп һәм ФАП ябылған, ә бына мәсет һәм мәҙәниәт йорто әүҙем эшләп килә, ауыл төҙөк, йәнтөйәктә донъя көткән ауылдаштар өмәләр менән тирә-йүнде йыйыштырып, шишмәләрҙе таҙартып, зыяратты тәрбиәләп, ауылдың йәшәйешенә йән өрөп тора, ҡырҙағылар ҡулынан килгәнсә ярҙам итә.
Бикбирҙе ауылында тыуып-үҫкән яҡташтарҙың барыһының да тормош юлын барлау мөмкин түгел, шулай ҙа ошо ауылда ғүмер баҡый халыҡҡа белем биргән уҡытыусы Асия Мисбахетдин ҡыҙы Юлтимированы йыйын тураһында ниәтләп һүҙ башлағанда уҡ барыһы ла ололоп, хөрмәтләп телгә алды.1952 йылда ул Үрге Бикбирҙе ауылында элекке мәсет бинаһын мәктәп итеп файҙаланған мәлдә эш башлай һәм 33 йыл белем бирә, Бикбау ауыл Совет депутаты, пропагандист була, яңы мәктәп төҙөтөүҙе ойоштора, “Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалы, күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Ауыл тарихы данлы, уның хаҡында аҡһаҡал Ҡасим Янбаев, Әбделғәлим һәм Марат Сәйфуллиндар китап яҙһа ла, әле был өлкәлә йәнә әллә күпме яҙырлыҡ эштәр бар.
Йыйын саралары иһә, ауыл клубы алдында башланып, ауыл урамдары буйлап экскурсия (Флорида Ишберҙина күрһәтте), Оло һыулау аҡланында концерт, юбилярҙарҙы ҡотлау, ауылдың иң оло инәйҙәре 87 йәшлек Сәхиә Әлмөхәмәтова (физика фәндәре профессоры Рафаэль Фазылйән улының әсәһе) менән Айһылыу Ейәнғолованы, иң кесе ҡыҙ (ете айлыҡ) ГөлсибәрҠәепҡолованы билдәләләү, төшкө аш (Хәҙисә Күсәрбаева, Рәзинә Аллаярова, Шәрифә Ильясова табын ҡорҙо), халыҡ уйындары һәм приздар (байрамға киткән сығымдарҙы ҡаплауҙы ауылдаштар һәм ауылдан сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар үҙ өҫтөнә алды), ирекле микрофон, фотоға төшөү, кискеһен үҙәк урамда бейеү менән дауам итте. Уйындарҙан көйәнтәләп һыу ташыу, арба менән уҙышыу, ултырғыс уратып тыпырҙыҡ баҫыу, сыбыҡ “аттарҙа” ярышыу, тоҡ кейеп йүгереү, туп тотоу бигерәк ҡыҙыҡ булды. Клубтың “Гәлсәр” ансамбле, Әнзинә Аҙнағолова, Фәүзиә Никитина, Наилә Аллаярова, Әнзинә Талипова, Дилбәр Фәттәхова, ҡунаҡтар Факия Хәмзина-Рафикова, Разифа Мырҙабаева, Гүзәл Сәфәрғәлина, Гөлфара Ҡаҙаҡбаева, Әлфиә Асылбаева, Светлана Юлсанова, Ләлә Аллаярова, Айгөл Шәһиғәлина, Әлфиә Аҙнағолова, Минзада Буранғолова, Ләлә Хәмитова,Тәнзилә Ейәнғолова,Айгөл Сәфәрғәлина, Гөлкәй Аҙнабаева, Илсиә Аҡбутина, Әнисә Бикташева һәм башҡалар концерт номерҙары бүләк итте. Киске күләгәлә “Ламбада” күмәк бейеүе, 80-90 хиттарына бейеү, башҡортса рәхәтләнеп тыпырҙау һәр кемдең күңелен күтәрҙе һәм йылдар томанында ҡалған йәшлегенә алып ҡайтты.
“Ауылда тыуып-үҫкән, әлеге ваҡытта төрлө яҡта (ҡайһылары ауылда ҡалған) йәшәгән ҡыҙҙар осрашып, күрешеп, иркенләп аралашып алһындар, тигән маҡсат менән ойошторолдо байрам. Кемдәр ҡайтҡан, кемдәр ҡатнашҡан, барығыҙға ла оло рәхмәттәремде еткерәм, һәр атҡан таңдың ҡәҙерен белеп, тормошҡа ҡыуанып йәшәйек!” - тине йыйынды башлап ойоштороусы, Үрге Бикбирҙе ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Әнзинә Сәлимгәрәй ҡыҙы Аҙнағолова.
Мәҡәлә һуңында бик алыҫтарҙан ошо сараға ҡайтҡан апайҙарға айырым рәхмәт еткерге килә – ауыл һеҙҙе көттө, көтә, көтәсәк, йышыраҡ ҡайтығыҙсы ауылға, Үрге Бикбирҙе оло бер ғаилә кеүек татыулыҡта һәм ихласлыҡта, ябайлыҡта йәшәй, һәр өйҙә һеҙ танһыҡ ҡунаҡ, шуны онотмағыҙ, ауылым ҡыҙҙары!
Әнисә Бикташева, Ейәнсура районы.