+30 °С
Облачно


Кисә республикала янғын арҡаһында тағы ике ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды.
Ҡырмыҫҡалы районындағы Алексеевка ауылында сыҡҡан янғын ике йортто ялмап ала. Килеп еткән янғын һүндереүселәр, ауыл халҡы ярҙамы менән 14.43 сәғәттә утты һүндерә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, ваҡиға урынында 8 автоцистерна, 3 һыу ташығыс машина, 28 кеше эшләй.
Әле янғын сәбәптәре асыҡлана.