+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
12 Июль 2023, 03:15

Свердловск өлкәһе менән иҡтисади бәйләнештәр нығый

Екатеринбургта, «Иннопром-2023» халыҡ-ара күргәҙмәһендә, Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы һәм Свердловск өлкәһенең сәнәғәт һәм фән министрлығы дәүләт сәнәғәт сәйәсәте өлкәһендә төбәк-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү тураһында һөйләшеп килеште, тип яҙа "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

Свердловск өлкәһе менән иҡтисади бәйләнештәр нығыйСвердловск өлкәһе менән иҡтисади бәйләнештәр нығый
Свердловск өлкәһе менән иҡтисади бәйләнештәр нығый

Екатеринбургта, «Иннопром-2023» халыҡ-ара күргәҙмәһендә, Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы һәм Свердловск өлкәһенең сәнәғәт һәм фән министрлығы дәүләт сәнәғәт сәйәсәте өлкәһендә төбәк-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү тураһында һөйләшеп килеште, тип яҙа "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

Документ уртаҡ инвестиция һәм инновация проекттарын булдырыуҙы, инвестициялар йәлеп итеү һәм дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтеү мәсьәләләрендә тәжрибә уртаҡлашыуҙы күҙ уңында тота. Төбәктәр сәнәғәт производствоһын диверсификациялау өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй.

Тимур Шәрипҡолов фотоһы. 

Автор:
Читайте нас