

Эҫе көндәр янғын ҡурҡынысын бермә-бер арттыра.
Кисә Әбйәлил районының Хәмит ауылында өс йорт хужалығына ут ҡаба. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш министрлыҡ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, янғын киске 18.55 сәғәттә һүндерелә. Кешеләр араһында тән зыяны күреүселәр юҡ. Ә бына өс йорт хужалығы, янып, тулыһынса юҡҡа сыға.
Бер хужалыҡта йорт, мунса, йәйге аш йорто, мал һарайы, УАЗ автомашинаһы, трактор яна.
Икенсе хужалыҡта йорттан, мунсанан, йәйге аш йортонан, мал һарайынан, УАЗ автомашинаһынан бер ни ҡалмай.
Өсөнсө ихатала ут йортто, мунсаны, йәйге аш йортон, мал һарайын юҡ итә.
Әле янҡын сәбәптәре асыҡлана.
Ут менән һаҡ булығыҙ!