

Белорет районының Үҙән урман хужалығында дүртенсе көн урман яна.
Кисә ут 40 гектарҙан ашыу майҙанды ялмап алған булһа, район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта ул 60 гектарға тиклем артҡан.
Янғын һүндереүҙә 45 кеше һәм 13 берәмек техника йәлеп ителгән, шул иҫәптән – бульдозерҙар һәм махсус вертолет.
Урман янғынының тораҡ пунктҡа таралыуына юл ҡуймау һәм Торлаҡ йорттарҙы һаҡлау маҡсатында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латиповтың күрһәтмәһе буйынса урында, шулай уҡ Баш идаралыҡтың 33 кешенән һәм 5 берәмек техниканан торған аэромобиль төркөмө эшләй. Утҡа ҡаршы ирекмәндәр ҙә көрәшә.
10 июлгә ҡарата Башҡортостан биләмәһендә 3-5 класс янғын хәүефе һаҡлана:
Әбйәлил, Асҡын, Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Бөрйән, Йылайыр, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Өфө, Учалы, Федоровка, Яңауыл райондарында – 3 класс;
Әлшәй, Архангел, Баҡалы, Балаҡатай, Бүздәк, Дыуан, Дүртөйлө, Иглин, Ҡариҙел, Күгәрсен, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә райондарында - 4 класс;
Илеш районында - 5 класс.
Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелгән, асыҡ ут ҡулланыу тыйыла. Тәбиғәтте һаҡлағыҙ!