+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
10 Июль 2023, 04:15

39 градус эҫе була

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 10 июлдә, һауа торошо плюс 39 градусҡа тиклем етәсәк.

39 градус эҫе була39 градус эҫе була
39 градус эҫе була

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 10 июлдә, һауа торошо плюс 39 градусҡа тиклем етәсәк.

“Ғәҙәттән тыш юғары янғын хәүефе һаҡлана. Шулай уҡ ел дә көслө буласаҡ, секундына 16 метр тиҙлектә иҫәсәк”, – тип белдерә ведомство белгестәре.

Бындай көндәрҙә ҡояш аҫтында булмау хәйерлерәк, ауыр физик эш менән шөғөлләнмәгеҙ, магазиндар буйлап оҙаҡ йөрөмәгеҙ. Юлға күберәк ваҡыт бүлеп ҡуйығыҙ, эҫелә йөрөү тиҙлеге әкренәйә. Ҡояшҡа сығыуығыҙҙы иртәнге һәм киске сәғәттәр менән сикләргә тырышығыҙ. Сәғәт 10-ға тиклем һәм 16 сәғәттән һуң тышта йөрөгөҙ. Өлкән йәштәгеләргә һәм бәләкәй балаларға, шулай уҡ гипертония сирҙәренән яфаланғандарға табиптар урамға эҫелә сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Кәңәш үтәлмәҫтәй булһа, күләгәлә булырға тырышығыҙ, мотлаҡ баш кейеме кейегеҙ. Балаларҙы урамда, шәхси автомобилдә һ.б. ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Автор:
Читайте нас