+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Июля 2023, 06:10

Күреп ҡалығыҙ

«Ебәк юлы» халыҡ-ара раллиҙың Башҡортостанда үтәсәк өс этабының тәүгеһе бөгөн старт ала.

Күреп ҡалығыҙКүреп ҡалығыҙ
Күреп ҡалығыҙ

«Ебәк юлы» халыҡ-ара раллиҙың Башҡортостанда үтәсәк өс этабының тәүгеһе бөгөн старт ала.

Ралли Зәки Вәлиди урамындағы 1-се йорт ҡаршыһындағы парковканан башлана. Сара ҡунаҡтарын мото-фристайлерҙарҙың сығышы, бейеү номерҙары һәм спортсылар менән фотосессиялар көтә, һуңынан машиналар «Өфө-Арена» спорткомплексына юллана.

Уҙышсылар 8-9 июлдә - Әбйәлил һәм Учалы райондары, 10 июлдә Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары биләмәһе аша үтә.

Ғөмүмән, 2023 йылда «Ебәк юлы» халыҡ-ара раллиһында ҡатнашыусылар «Ҡазан - Өфө - Мәскәү» маршруты буйынса 5230 саҡрым юл үтергә тейеш.

Ойоштороусылар белдереүенсә, раллиҙа 20-нән ашыу илдән 750 вәкил ҡатнаша.

Автор:
Читайте нас