

Ярты быуат бергә ғүмер итеп, йәш саҡтағы кеүек наҙлы хистәрҙе нисек һаҡлап ҡалырға? Был һорауға яуапты Өфөлә йәшәүсе Зөһрә Хәләф ҡыҙы һәм Хәтмулла Абдулла улы Вәлирахмановтар белә, тип яҙа Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Ғаилә, һөйөү һәм тоғролоҡ көнө алдынан улар алтын туйҙарын билдәләне. Татыу парҙы байрамдары менән республикабыҙҙың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова тәбрикләне һәм “Һөйөү һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менәән бүләкләне.
– Һоҡланғыс ғаиләгеҙгә ошо бүләкте тапшырыуыма бик шатмын. Икегеҙҙең дә оҙаҡ йылдар республикабыҙ баш ҡалаһының әһәмиәтле, ҙур төҙөлөштәрендә эшләүегеҙҙе беләбеҙ. Һеҙҙең кеүек ғаиләләргә тиңләшергә, һеҙҙән өлгө алырға кәрәк. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, балаларығыҙ һәм ейәндәрегеҙ һөйөүенә солғанып, бәхетле, оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе теләйем, – тине Ленара Хәким ҡыҙы.
Хәтмулла Абдулла улы менән Зөһрә Хәләф ҡыҙы 70-се йылдарҙа, комсомол төҙөлөштәре гөрләгән ваҡытта, шул төҙөлөштәрҙең береһендә таныша. Хеҙмәт эшмәкәрлеге дауамында улар ҡала өсөн күп мөһим объекттар һалыуҙа, шул иҫәптән социаль объекттар төҙөүҙә ҡатнаша. Бер нисәһен генә атап үтәбеҙ: Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының хирургия корпусы, Рус дәүләт академия драма театры, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры һәм башҡалар.
Вәлирахмановтар татыу ғаилә тормошо серен ихлас бүлешә:
– Бер-береңде аңлап, хәстәрләп, бер-береңә юл биреп йәшәһәң, бөтә һынауҙарҙы ла еңеп сығаһың, – ти улар.
Ғаилә, һөйөү һәм тоғролоҡ көнөнә арналған тантаналы сараларҙа Башҡортостанда 70 ғаилә пары “Һөйөү һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнәсәк. Был йәмәғәт наградаһы кәмендә 25 йыл бергә ғүмер иткән, татыу, матур йәшәүҙәре менән ихтирам яулаған, шулай уҡ балаларына лайыҡлы тәрбиә биргән парҙарға бирелә.
Фото БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.