

Салауат ҡалаһында “Күңелдәре менән йәш” үҙәгенең “көмөш” волонтерҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәреү өсөн маскировка селтәрҙәре әҙерләй. Үҙәктең “Ышаныс” психологик ярҙам үҙәге” муниципаль учреждениеһы эргәһендә эшләүен билдәләп үтәбеҙ. Ирекмәндәр был эш менән 2022 йылдың декабренән бирле шөғөлләнә. Ете айҙа улар 100-ҙән ашыу маскировка селтәре әҙерләп, фронтҡа оҙатҡан.
“Изге ғәмәлдәр ваҡыты” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған был эштәргә хаҡлы ялдағы ирекмәндәр көндән-көн күберәк йәлеп ителә. Маскировка селтәрен үрергә өйрәнеп, уларҙы күмәкләшеп әҙерләгән саҡта олпат йәштәге ханымдар файҙалы эш башҡарыуҙан күңел кинәнесе ала, үҙҙәрен яңынан илебеҙҙең әүҙем граждандары сафында итеп һиҙә.
Бынан тыш, өйҙәрендә улар яугирҙәр өсөн ойоҡбаштар, балаклавтар бәйләй.
Проект шулай уҡ “көмөш” йәштәге кешеләргә психологик, релаксация саралары үткәреүҙе лә үҙ эсенә ала. Был сараларҙы “Ышаныс” психологик ярҙам үҙәге педагог-психологтары уҙғара.
Ғүмерҙәрен тырыш хеҙмәттә уҙғарған, тынғыһыҙ йөрәкле өлкән йәштәгеләрҙең ижтимағи әһәмиәтле эшмәкәрлеккә йәлеп ителеүҙәре бик мөһим. Улар махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙ өсөн ярҙамға үҙ өлөштәрен индереүенә шатлана, бер-береһе менән аралашыуҙан, үҙҙәрен кәрәкле итеп тойоуҙан ҡәнәғәтлек кисерә.
Ильвира Анпилогова фотоһы.